+18 °С
Облачно
Шиғырҙар
22 Ноября 2022, 09:00

Ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ.

Әмир ЯҠУПОВ шиғырҙары БаҡырАлтын менән йәнәш ятырӨсөн генә бахыр баҡырЗат-иштәрен берсә һатыр.

Ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ.Ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ.
Ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ.

Балдаҡ
Хаҡы артҡас, алтын балдаҡ,
Эреләнеп, һөрән һалмаҡ,
Имеш, яйһыҙ урын – бармаҡ,
Ауыр эштән арып талмаҡ,
Талап итте ҡулдан алмаҡ
Һәм һандыҡҡа төрөп һалмаҡ.
... Тапты хужа эш яуызға –
Теш иттерҙе буш ауыҙға.

Кәмит заман
Дығыр-дығыр, үрҙә флюгер,
Елгә ҡарап морон борор,
Мығыр-мығыр, түрҙә блоггер
Һәр аҙымын яҙып торор.
Заман – кәмит, донъя – гүрҙә,
Флюгер – үрҙә, блоггер – түрҙә.
Межа йыуанысы
Ҡомһоҙланған хужаларға
Ер бүлеүҙә нужа барҙа
Йәшәр әле межалар ҙа!

Йыуаш уҡлау
Ҡамыр йәйә йыуаш уҡлау,
Хыялында: эштән туҡтау
Һәм туйғансы ир-ат туҡмау.

Күҫәк
Уңға һуҡты, һулға һуҡты,
Бик күптәрҙе йыға һуҡты
Һәм лайыҡлы ялға сыҡты.
Әле ята, һорамай аш –
Күҫәк барҙа табыла баш.

Икмәк
Һалып уны ҙур һауытҡа
«Һин баш беҙгә», – тимәй юҡҡа
Бер тауыштан астар, туҡтар.
Был маҡтауҙа бар бер хикмәт,
Аш булғанға баш ул икмәк.

Ҡапҡан
– Тешләшеүҙән ләззәт тапҡан
Һин түгелме, тимер ҡапҡан?
– Рәнйетмәсе һин нахаҡтан,
Тешләттерә донъя, баҡһаң,
Бик ауыртҡан ергә баҫһаң.

Сәғәт
Сәғәт әйтә: «Келт, келт,
Ваҡытыңды көт, көт
Һәм донъянан кит, кит».

Тәмәке төпсөгө
Барып ятты Төпсөк ергә
Һәм ялбарҙы: «Берүк гүргә
Ашыҡмағыҙ индерергә,
Уйлашығыҙ башта бергә
Нисек мине һүндерергә».
Йәлләнеләр. Ә ул отто.
Көс-хәл алғас ялҡын-уты,
Бар донъяны ялмап йотто.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас