+13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Ноябрь 2022, 17:00

Шалҡан

(Иҫке әкиәттең яңы төрө) Үҫте шалҡан баҡсалаҘур булып, йыуан булып.Бабай әйтте әбейгә:– Бар, йолҡ шуны сығып!

Шалҡан
Шалҡан

Әбей иһә был эште
Ейәнсәренә ҡушты.
Ейәнсәре: “Ниңә – мин?
Эт йолҡһон!” –
тип ныҡышты.

Эттең дә иҫе китмәне,
Ҡойроҡто һыртҡа һалды.
Шалҡан йолҡоу бурысы
Бесәйгә тороп ҡалды.

Бесәй сысҡанды ҡыҫты:
“Үтә мөһим бурысты!”
Сысҡан да алйот түгел –
Өңөнә инеп боҫто.

...Ерҙе ҡар күмеп китте –
Ризыҡтан мәхрүм итте.
Кем ғәйепле? Ҡыш буйы
Бар ҙа сысҡанды һүкте.

Р. МӘХМҮТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в