+10 °С
Ясно
Шиғырҙар
28 Ноября 2022, 05:00

Аңламаҫһың...

Роберт МИҢНУЛЛИН Ҡарлы ямғыр, елле ямғыр...Ни көҙ түгел, ни ҡыш түгел.Аңлап булмай күңелемде:Ул ни тулы, ни буш түгел...

Аңламаҫһың...Аңламаҫһың...
Аңламаҫһың...

Көҙ менән ҡыш ҡушылған саҡ...
Ни үҙ түгел, ни ят түгел...
Күҙҙәремә йәштәр килә...
Ни өсөндөр оят түгел.

Туңмайым да, янмайым да...
Ни йылы, ни һалҡын түгел.
Ниҙер булды күңелемә:
Ул ни боҙ, ни ялҡын түгел...

Нишләргә белмәй тәбиғәт...
Был, әлбиттә, уйын түгел.
Тәбиғәт кеүек күңел дә...
Рәхәт түгел, ҡыйын түгел.

Көн ни яҡты, ни ҡараңғы...
Ни көн түгел, ни төн түгел.
Аңлай алмайым халәтемде:
Ни төш түгел, ни өн түгел...

Фото: rasfokus.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас