Һуңғы япраҡтарҙы ергә түшәп
Көҙөм һырый яңы түшәген.
Тәбиғәттең ҡанундары ҡаты,
Ҡышҡа бора Ерҙең күсәрен.
Йомарт ҡыш та буш ҡул менән килмәҫ,
Ашығалыр һанап көндәрен.
Аҡҡош мамығылай аҡ ҡарҙары менән
Тултыралыр юрған, мендәрен.
Ер бушанған. Урман тынысланған.
Китер ҡоштар күптән юл алған.
Ел һыҙғыртып осҡан ҡанаттарҙан
Күңелдәрҙә татлы моң ҡалған.
Яңы ғына яҙым - яҙһылыуым
Сылтырап көлөп килеп еткәйне.
Һиҙмәнем дә, уңған килен кеүек
Йәмле йәйем югереп үткәнен..
Күңелдәр көр.Егәрле көҙ күптән
Урып-йыйып эшен бөтөргән.
Моңһоулығын юйып күңелдәрҙең
Аҡ ҡыштарым етер көттөрмәй.
Рима ИБРАҺИМОВА.