-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Декабрь 2022, 17:00

Курорттағы хикмәттәр

Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА «Йыш сырхаулай башланың, – тип, –Юҡ ауыртмаған ерең»,Ялға — курортҡа ебәрҙеПутевка юллап ирем.  

Курорттағы хикмәттәр
Курорттағы хикмәттәр

Барып төштөм. Бында ожмах!
Бында – илаһи мөхит.
Ҡатын-ҡыҙҙар бар ҙа наҙлы,
Ирҙәр гел буйҙаҡ егет.

Бер мәл бер ожмах егете
Урын алды эргәмдән.
Тиҙ үк серен миңә систе:
Уңмаған һөйгәненән.

Күҙе миңә төшкән икән:
«Матурһың, – ти, – шат
һаман.
Мин ҡатынымдың йөҙөндә
Нур күрмәй ыҙаланам.

Яңғыҙ телевизор ҡарап,
Яңғыҙ барам концертҡа,
Ҡатынды алһам, үпкәләй:
«Тапҡанһың эш күп саҡта».

Аңлап алдым мин Ғатаның
Интеккәнен нимәнән.
Ялдан арыған был бахыр,
Ҡулы эшкә теймәгән.

Эшкә ектем үҙемдәге
Булмаған бар талантты.
Беләм еңел-елпеләрҙең
Ирҙәрҙе ҡаратҡанды.

Шатмын, тинем,
сөнки һәр саҡ
Эсәм мин затлы шарап.

Шарап алһаң, һөйләшербеҙ
Күҙгә-күҙ икәү ҡарап.

Бер аҙ торғас, тегеңә
Сигаретым, тим, бөткән.
Кеҫәләрен ҡапшай-ҡапшай,
Саба бахыр кибеткә.

«Бейергә лә бик яратам,
Үксәм генә кителгән...»
Туфлийымды ремонтлатам
Теге ғашиҡ егеттән.

Шиғыр уҡыймын туҡтамай
Мөхәббәт темаһына.
Китап итеп сығарырға
Етмәй, тим, аҡса ғына...

Тамам һауҙым “һыйырҙы”
Матди һәм мораль яҡтан.
Өйҙө, ҡатынды һағындым,
Тип әйтмәһенме Ғатам!

Ял ваҡыты һиҙелмәй ҙә
Бик тиҙ үтте лә китте.
Сит ҡатынға ҡарамаҫлыҡ
Иттем бит теге ирҙе!

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас