

Юрған күргәс, улдарының
Ҡыуанысы нисек арта!
Йоҡлап китәбеҙ юрғанды
Төрлө яҡҡа тарта-тарта.
Өҫкә кейгән күлдәкте лә
«Биҙәп» тора ҡырҡ ямау.
Хәҙер күргән әйтер ине:
«Ҡарасҡы был! Абау! Абау!»
Инде бөтәйҙек. Башҡа ел
Иҫеп үтә илебеҙҙән.
Хатта «ямаулыҡ» һүҙе лә
Төшөп бара телебеҙҙән.
Әммә шул бар: был замандың
Башҡа төрлө «биҙәктәре».
Ана әллә күпмеләрҙең
Йыртыҡ күңел күлдәктәре.
Шул йыртыҡтан үтеп инә
Насарлыҡтар, яманлыҡтар.
Күңелдәрҙе һаҡлау өсөн
Кәрәк әле ямаулыҡтар!
Икенсерәк ямаулыҡтар!