

Имеш, ниндәйҙер бер илдә
Тыйнаҡһыҙҙар артҡан икән,
Нәфселәре мәлғүндәрҙе
Тайғаҡ юлға тартҡан икән.
Оятты ла, әҙәпте лә
Онотҡан бер йүнһеҙҙәр, ти,
Үҙҙәренә мал йыйғанда
Һөмһөҙҙән дә һөмһөҙҙәр, ти.
Баштар аша атлап үтеү
Бер ни тормай уларға, ти,
Тыйнаҡлылар быны күреп
Белмәй нимә уйларға, ти.
Аҡһаҡалдар кәңәш ҡорған:
Был хәлгә сик ҡуйыу кәрәк,
Артыҡ шашып китмәһендәр,
Нәфселәрен тыйыу кәрәк.
Тыйнаҡлылыҡ, әҙәплелек –
Шул сифаттар биҙәй беҙҙе.
Әгәр уларҙы юғалтһаҡ,
Юғалтырбыҙ үҙебеҙҙе.
Шуға күрә ил буйынса
Киҫкен сара үткәрәйек,
Тыйнаҡтарҙы бөгөндән үк
Пьедесталға күтәрәйек.
Уларҙы бар йәмғиәткә
Үрнәк итеп ҡуйыу мотлаҡ,
Һәм «Тыйнаҡлыҡ өсөн» тигән
Алтын миҙал ҡойоу мотлаҡ.
«Беҙҙе һанға һуғыр көндәр
Килде!» – тиеп шатланһындар.
Быны күреп, тыйнаҡһыҙҙар
Көнләшеүҙән шартлаһындар…
Тыйнаҡһыҙҙар һикереп сыҡҡан:
Беҙ тыйнаҡлы!
Ныҡ тыйнаҡлы!
Уны күкрәктәргә тағып
Йөрөтөргә тик беҙ хаҡлы!
Унда шаулап, бында даулап
Ауыҙҙары талып бөткән.
Һәм ахырҙа ул миҙалды
Тыйнаҡһыҙҙар алып бөткән.
Был төштө мин юрамайым,
Әйҙә, һәр кем үҙе юрар.
Унан берәй мәғәнә тапһа,
Бәлки, мыйығына урар…