

Һорағанды көтөп тормай,
Ул һөйләп китә шунан.
Һөйләй, уныңса, йәшерер
Урыны, йәнәһе, юҡ:
– Ирем йылғыр булып
сыҡты,
Тапмаған нәмәһе юҡ.
Икебеҙгә биш бүлмәле
Фатир йүнәтте күптән.
Затлы-затлы кейем-һалым,
Әйтерһең, яуа күктән.
Биш миллионға дача
һалдыҡ,
Аҡса тороп та ҡалды.
“Тойота” бар ине – һатты,
Ирем “Мерседес” алды.
Ҡырымға күптән барған юҡ –
Ялыҡтырҙы Ялта ла.
Ял итәбеҙ йә Парижда,
Һис юғында – Мальтала...
Бөлгөнлөктә көн күргән саҡ
Тороп ҡалды йыраҡта...
Ни тиер инең, әхирәт,
Бына шундай ир-атҡа?
Минең ирем бына шундай,
Йә, үҙеңдеке нисек?
– Уңманым ирҙән!
– Әллә һуң
Интектерәме эсеп?
– Эсеүен эсмәй, тәмәке
Ауыҙға ҡапҡаны юҡ,
Әммә намыҫ һаҡлап йәшәй,
Бер нәмә тапҡаны юҡ.
Кибеттән ит-май алабыҙ,
Йөрөйбөҙ трамвайҙа.
Көскә-көскә ялғап барам
Эш хаҡын айҙан-айға.
Ябай ғына кейенәбеҙ,
Нимә ул затлы кейем?
Ярай, застой саҡтан ҡалған
Кейем бар өйөм-өйөм.
Фатирыбыҙ – бер бүлмәле,
Биш кешегә тар инде.
Баҡсабыҙҙы яҙ һыу баҫа,
Ярай, һыуы бар инде.
Ял итеү – көньяҡ ярында
Данлыҡлы Ағиҙелдең.
Ағиҙел ялҡытып китһә,
Ярҙары көтә Димдең.
Бәхет тигән ҡош, күрәһең,
Бик бейектә, йыраҡта...
Ни тиер инең, әхирәт,
Бына шундай ир-атҡа?
...Өс йылдан һуң улар йәнә
Осраштылар. Һүҙ бөтмәй.
Һүҙ, әлбиттә, тормош хәлен
Һис тә ситләтеп үтмәй.
Зарифа зарланып туймай
Үҙенең яҙмышынан.
Һорағанды көтөп тормай,
Ул һөйләп китә шунан:
– Таныштарға әйтмә берүк,
Үҙең генә бел инде,
Тапҡан бар нәмәбеҙ осто,
“Ҡаптырҙылар” иремде!
Бынан байтаҡ йыраҡ тиҙәр
Уның көн күргән ерен...
Булғас, һинең ирең кеүек
Булһын икән ул ирең!..
Рәфил КАШАПОВ.