+18 °С
Облачно
Шиғырҙар
8 Декабря 2022, 05:00

Тумыртҡа

Ҡыш һыуығы, урман ҡырҙар,Ҡышҡы йоҡоға талған.Тыныслыҡты боҙа бары,Тумыртҡа туҡылдаған.

ТумыртҡаТумыртҡа
Тумыртҡа

Оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом,
Туҡ та туҡ, ә ул һаман.
Серек ағасты тишкеләп,
Бөтөрөп ҡуйҙы тамам.

Нисек башы ауыртмайҙыр,
Ниндәй көс ул суҡышта.
Хәтһеҙ йыуан олондо ла,
Үтә сыҡты соҡоп та.

Етеҙлеген, йылғырлығын,
Күҙәттем иҫем китеп...
Тик тумыртҡа туҡтап ҡалды,
Эшен бөткәндәй итеп.

ҠЫСАҠ ХАН.

Фото: nsportal.ru

Автор:
Читайте нас