+31 °С
Облачно
Шиғырҙар
9 Декабря 2022, 07:00

Һыу юлы

Беҙҙең яҡта йәш киленгәҺыу юлын күрһәтәләр,Йәше-ҡарты киленкәйҙеҺынайҙар, күҙәтәләр.

Һыу юлыҺыу юлы
Һыу юлы

Заман башҡа –
заң башҡа шул,
Үҙгәрҙе ошо йола.
Көйәнтә аҫтында ҡыҙҙың
Йәне сығырҙай була.

Ярты юлға етер-етмәҫ
Силәктәр күсә ҡулға.
Кейәү көслө, илтер әле,
Ни булыр тиһең уға.

Туйҙар үтә шаулап-гөрләп,
Йәштәр ҙә донъя көтә.
Ирҙең ғүмеркәйе хәҙер
Һыу ташып ҡына үтә.

Шалтыр-шолтор арба һөйрәп
Нисә урай һыу юлын.
Бисәкәйе хуплап тора:
«Һау булһын аяҡ-ҡулың!»

Күңелһеҙ уйҙар биләйҙәр
Ваҡыт-ваҡыт күңелде:
– Көйәнтәләп һыу ташыуҙан
Ниңә ҡыҙҙар төңөлдө?

Хәҙер һыу юлын кейәүгә
Күрһәтергәме икән?
Туйҙа арба шалтыратып
Һөйрәтергәме икән?!

Миңнур БАЙҒАРИНА.

Фото: скриншот, ютубтан.

Автор:
Читайте нас