+17 °С
Облачно
Шиғырҙар
15 Декабря 2022, 08:00

Үпкәләү

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН Ерҙе, илде кеше биҙәй, данлай, Тыуып тора яҡты шәхестәр. Уларға тик хөрмәт кенә кәрәк, Юҡ, кәрәкмәй байлыҡ, тәхеттәр.

ҮпкәләүҮпкәләү
Үпкәләү

Пушкин, Туҡай, Шаляпинға

Беҙ йәшәйбеҙ табынып.

Бына мин Фәриҙә апайымды

Иҫкә алам бик йыш һағынып.

 

Һәр дәүерҙең үҙ шәхесе була,

Тик уларҙы кәрәк күрергә.

Хөрмәт итеп, данлап, һоҡланып

Ҡәҙерҙәрен генә белергә.

 

Данлы исем, премиялар беҙҙә…

Мөмкин түгел һанап бөтөрлөк.

Салауат Юлаев премияһы

Ябайҙарға булмай етерлек.

 

Әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт

Шәхестәрен ҡайҙа уҙҙырыу.

Эшсе, игенсегә берәй премия

Күптән кәрәк беҙҙә булдырыу.

 

Фәриҙә, Рамаҙан кеүек йырсы

Тыуыр, булыр микән тағын да,

Мин ғорурлыҡ менән башым эйәм

Улар таланттары алдында.

 

Йырлаусылар күптәр, йырсылар аҙ

Юҡ Фәриҙә хәҙер арала.

Кәрәк хаталарҙы төҙәтергә,

Кәрәк, дуҫтар, һуңлап булһа ла.

 

Күрше Татарстан Фәриҙәгә

Туҡай премияһы бирҙе, рәхмәт.

Ҙурлай белмәнек беҙ һандуғасты,

Шул күңелдәргә һалды йәрәхәт.

 

Халыҡ белә, уларҙы бит һөйә,

Һөйөү ҡиммәт бөтә бүләктән.

Илде данға күмгән кешеләргә

Хөрмәт, бүләк кәрәк дәүләттән.

 

Илдең башлыҡтары асыуланһын,

Әрләһендәр әйҙә, әрләнәм.

Ошо бөйөк шәхестәргә

Салауат премияһы бирмәгәс,

Һеҙҙең өсөн мин бит ғәрләнәм.

Фото: www.istockphoto.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас