

Һалып ҡуйһаң мыжый башлай,
Тынысланмай бер нисек.
Уңайы ла сығып тора,
Ҡаса кеҫәне тишеп.
Ҡулдан-ҡулға ныҡ өйрәнгән,
Күсеп-күсеп йөрөргә.
Ҡыштыр-ҡыштыр эре генә
Бар донъяны күрергә.
Аҡсаның күҙе юҡ, тиеп,
Дөрөҫ әйткәндәр икән.
Күҙле булһа хужа танып
Китмәҫ тә ине микән?
Эт
Гөжләп үтә машиналар –
Бар урамды тултыра.
Ҡаршы килгән машинала,
Ҡараһам, эт ултыра!
Әҙәмсә, артҡы урында
Килә тәҙрәнән ҡарап.
Көтөп алдым, эттең эте
Бәхетле минән – харап.
Төрлө уйҙар килде башҡа,
Көнләшеп ҡуйҙым хатта.
Ярап ҡалыр ине әле,
Арыған саҡта, ат та.
Юҡ бит, юҡ – бары үҙемдә,
Бар ышаныс аяҡҡа.
Тәпәй-тәпәй йөрөп ятам,
Ҡалдырмаһын таяҡҡа.
Әйҙә, эт тә йөрөй бирһен,
Машинала ултырып.
Ҡәҙер-хөрмәтте һәр кемгә
Бирһен Хоҙай тултырып.
Һүҙ бүтҡаһы
Бытыр-бытыр бутҡа бешә
Хәрефтәрҙән ҡағыҙҙа.
Ҡағыҙ түҙә ни яҙһаң да,
Сәйнәгәндә – һағыҙ ҙа.
Һағыҙҙы күпме сәйнәмә
Һағыҙ тәме һағыҙҙа.
Тел сарлауҙың тәме бөтә
Артыҡ һалһаң ҡағыҙға.
Һүҙ шәлкеме гөлләмәләй
Үҙенә йәлеп итһен,
Йылы һүҙ күңел түренә
Йән аҙығылай етһен.
Нәжиә ФӘЙЗУЛЛИНА.