Илебеҙгә тағы төштө
Ауырлыҡтар ишелеп,
Беҙҙең йөрәктәргә ята,
Ярсыҡтары киҫелеп.
Ил ыҙаһын кисерергә
Өйрәнергә беҙгәме,
Өр-яңынан күтәрергә
Тағы тормош сиҙәмен?
Бар ғәләмгә ауаз һалып,
Әллә яҙырға ташҡа-
Илгә лә бәлә килмәһен,
Килмәһен бәлә башҡа!
...Оҙатып ҡалдым ҡояшты
Йән иңрәткән ерҙәргә,
Көнбайыштан изге хәбәр
Һал,тип,таңғы елдәргә...
Фәйрүзә ЗИЯНБЕРҘИНА.