-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
27 Декабрь 2022, 10:00

Мин - ожмахҡа кандидат

Марат КӘРИМОВ Өләсәйҙең әйткәндәреХәтергә ныҡ уйылған:«Кемдең нимә күрәсәгеАлдан яҙып ҡуйылған».

Мин - ожмахҡа кандидат
Мин - ожмахҡа кандидат

Күктең шул хисапнамәһен
Күрәһе ине, тинем,
Мине нимәләр көткәнен
Беләһе ине, тинем.

Әммә тормошҡа ашманы
Ошо уйым – хәстәрем,
Фәрештәләр юғалтҡандар
Минең яҙмыш дәфтәрен.

Шуға минең ул дәфтәргә
Булманы һис ҡатышым.
Үҙем теләгәнсә генә
Ғүмер итеп ятышым.

Көнөм булды, төнөм булды –
Төрлө-төрлө саҡ булды.
Ни булһа ла, мир алдында
Минең йөҙөм аҡ булды.

Булды буғай гонаһы ла
Эҙләүсегә – табырлыҡ.
Тик булманы береһе лә
Тамуҡтарҙа янырлыҡ.

Йылдар килде, йылдар китте,
Сал өҫтәп сәстәремә.
Бар булмышым яҙылып барҙы
Яҙмышым дәфтәренә.

Шул дәфтәрҙе тамамлағас
Иң һуңғы һүҙем менән,
Баҡыйлыҡҡа киткән саҡта
Алам, тим, үҙем менән.

Яҙғандарымды дөрөҫләп
Ҡул ҡуйып ахырына,
Уны тапшырырға иҫәп
Хоҙайҙың архивына.

Аптыраған фәрештәләр
Әйтерҙәр бер ауыҙҙан:
– Теге юғалған дәфтәргә
Шул уҡ яҙмыш яҙылған!

Тимәк, был тик беҙ ҡушҡанса
Йәшәгән. Шаҡ ҡатырлыҡ!
Шуға үҙен бөгөндән үк
Ожмахҡа оҙатырлыҡ!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: