+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
30 Декабрь 2022, 10:00

Теләк

Атыр таңдар хәүеф түгел, Яҡшы хәбәр менән килһен. Болот ҡаплаһа ла күкте, Күңелеңдә ҡояш көлһөн.

Теләк
Теләк
Ишетәсәк яңылыҡтар
 
Һөйөнөскә генә булһын.
 
Уйҙар икеләнеү түгел,
 
Күтәренке рухҡа тулһын.

 
Башланған бер изге эштең
 
Еңеү булһын аҙағында.
 
Аҙашмаһын ине кеше
 
Мәкер, алдаҡ тоҙағында.

 
Кескәй ярҙамың өсөн дә
 
Ҡыуандырһын рәхмәт һүҙе.
 
Барыһын еңел яулай тип,
 
Теймәһәсе дошман күҙе.

 
Ысынында: тура түгел,
 
Юлдар урау уңыш өсөн.
 
Күпер һалыу ҡаршы ярға
 
Булмаҫ эшме тырыш өсөн?!

 
Шатлан күреп был көнөңдө
 
Бушлыҡ менән тултырмауың.
 
Хыялына яҡынайтһын
 
Бөгөн дә буш ултырмауың.
 

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: kartinkin.net
 
Автор:
Читайте нас: