

Ниҙәр өмөт итәйем икән,
Нимәләр була көтөп?
Бәһлеүән егетме һин, Йыл,
Әллә бер йолҡош-өтөк?
Ғөрөф-ғәҙәттәрең ниндәй,
Түгелһеңме дыуамал?
Тыныс холоҡло булмаһаң,
Борсоп йөрөмә, килмәй ҡал.
Һөрт ҡайғылы күҙ йәштәрен,
Дәүләттәрҙе килештер,
Халыҡтар яуыз булмайҙар,
Үҙ-ара ҡул бирештер.
Биштән быуҙыр һин билдәрҙе,
Ҡот ҡундыр илебеҙгә.
Бер телдән дә кәм-хур түгел,
Тиңлек бир илебеҙгә.
Ямғырҙар яуҙыр көткәндә,
Көҙ кил мул уңыш булып,
Ҡырҙарҙан йыйған байлыҡтан
Буралар ташһын тулып.
Бөтөнлөк бир парлыларға,
Ул-ҡыҙҙарға иман бир.
Туғандарҙы, дуҫ-иштәрҙе
Урап үтһен яман сир.
Бына шулар – өмөттәрем.
Һинән шуларҙы көтәйек.
Яңы йыл килә – үҙ итәйек
Һәм хәсрәтһеҙ ял итәйек.
Рәфғәт РЫСАЕВ.