+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Ғинуар 2023, 10:00

Буран

Осороп та алып китмәк булып,буран,Өйөрөлөп янда ҡотора,Урап-урап юлдарға көрт һалған,Мамыҡтай аҡ ҡарҙа һәр урам.

Буран
Буран
Ел ажғырып килеп биттәремә,
Услап-услап әйтерһең, ҡар һибә,
Бер алға атлата мине,этәреп,
Бер елгә бирешеп, мин сигәм.
Яратам мин, тәбиғәттең ошо мәлен,
Беҙ сыныҡҡан, буран үтә ул,
Йәштәр түгел, ҡар һырыла биткә,
Илаған саҡтар ҙа үтә ул.
Уйҙарымды таратҡандай буран,
Ғәйрәтләнеп көсөн күрһәтә,
Тәбиғәт бит ул, кешенән көслө,
Һынауҙарын ҡуйып, өйрәтә.
Баҫылғандай булды...Мин атлайым,
Эшләнмәгән эштәр көтәләр,
Тормош— көрәш, бурандары менән,
Тик һәр бер буран да, үтәлер...

Лариса ҒИРФАНОВА.
Фото: priroda.club
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: