+28 °С
Облачно
Шиғырҙар
7 Января 2023, 12:00

Өмөт

Бына тағы Яңы йылға индем Яңғыҙ, бурандарға уралып. Үҙ-үҙемә урын таба алмай, Ҡар эсендә йөрөйөм буталып.

ӨмөтӨмөт
Өмөт

Йәнгә йылы эҙләйем бурандарҙан

Ҡайҙан килһен унда йылылыҡ,

Биткә тейеү менән иреп юҡҡа сыға

Юҡ уларҙа йәнгә тынғылыҡ.

 

Аҡ ҡарҙарға кереп һырылам да

Иҫкә төшә йәшлек ҡыштары.

Ул саҡтарҙа һиҙелмәй ҙә ине

Һалҡынлығы буран-ҡарҙарҙың.

 

Бурандарҙан, ҡарҙар араһынан

Табып булмаҫ йылы наҙҙарҙы.

Күңел генә эҙләй, өмөт өҙмәй

Аҡ буранда ҡалған яҙҙарҙы.

 

Әлфиә ЙОСОПОВА.

Автор:
Читайте нас