-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Ғинуар 2023, 10:00

Ҡуян йылына

Сафуан ӘЛИБАЙ Өйрәнелеп киткән йөрөүҙәре Ғорур ғына Барыҫ юлынан. Аяҡ баҫырға ла ҡыймай торҙом Елеп килгән Ҡуян йылына.

Ҡуян йылына
Ҡуян йылына

Улай тиһәң, килгән, киткән йылдар

Бер-беренә игеҙ, оҡшаштар:

Күперелеп ята юлдарымда

Аҡ ҡуяндай ап-аҡ, йомшаҡ ҡар.

 

Ҡуян йылы ап-аҡ ҡар сафлығын

Уй-хистәргә һипһен ҡәҙерләп;

Күперелеп ятҡан аҡ мамыҡтың

Йомшаҡлығы күсһен бәғергә.

 

Ошо йылда беҙгә һеңеп ҡалһын

Аҡ ҡуяндан нәфис етеҙлек;

Шул етеҙлек етһен иң-иң изге

Хыялдарға барып етерлек!

 

Аяҡтарға ҡуян ныҡлыҡ бирһен, –

Еңел түгел юлдар ҡаршыла:

Бер типкәндә башы сәсрәп ҡалһын

Ташланғанда ҡаза-ҡарсыға.

 

Ҡуян йылы! Һиҙгер тойһаҡ ине

Донъя шауын, ваҡыт осҡанды;

Үткерлеген бирсе күҙҙәреңдең

Айырырға дуҫты, дошманды.

 

Булһаҡ ине Ҡуян йылында ла,

Барыҫ һымаҡ, оло теләкле,

Тик дошмандар ғына ҡалһын булып,

Элеккесә, ҡуян йөрәкле!..

Фото: just-gifts.ru

Автор:
Читайте нас: