+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Ғинуар 2023, 12:00

Ҡуян йылына

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, осло ҡолаҡ,Һоро, аҡ төҫтә.“Ҡурҡаҡ ҡуян” – тигән лаҡапҒүмергә иҫтә.

Ҡуян йылына
Ҡуян йылына

Ҡытайҙарса, киләһе йыл
Ҡурҡаҡ ҡулында.
Уңабыҙмы, туңабыҙмы
Ҡурҡаҡ юлында?

Ырыҫлы ул, Ҡуян йылы,
Кешелек өсөн.
Йыртҡыс юлбарыҫ тапшырһын
Үҙенең көсөн.

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы,
Булһын аманат.
Күршеңә үс, асыу тотоп
Алма яманат.

Ҡуяндың үрсеү һәләте
Кешегә күсһен.
Күршенән кәләш әйттереп
Йәш быуын үҫһен.

Ергә тик һиллек һибелһен
Ҡуян йылында.
Хатта, бер тоҙаҡ ҡалмаһын
Ҡуян юлында.

Тимер НИӘТШИН.

Автор:
Читайте нас: