+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
17 Ғинуар 2023, 09:00

Изге теләктәр

Тыныс түгел ер шарыбыҙ: Дошман уттарын сәсә. Ил именлеген һаҡларға Саҡыра Вата-әсә.

Изге теләктәр
Изге теләктәр

Ил саҡырғас, яуға китте

Ыласындай ир-егеттәр.

Уларға төбәлгән күҙҙәр,

Беҙҙең яҡты өмөттәр.

Итәгенә алып һөйҙө

Сал Уралым улдарын.

Аҡ ҡайындар, ҡайтығыҙ, тип,

Болғап ҡалды ҡулдарын.

Әсәләр, доғалар ҡылып,

Оҙатты балаларын.

Хызыр Ильяс, юлдаш булып,

Һаҡлап йөрөтһөн улдарын.

Изге теләктәрен теләп,

Иҫтеләр көҙгө елдәр.

Кешелектең теләге бер:

Тик тыныс булһын илдәр.

“Шатлыҡта күрешәйек!” тип,

Бергә типте йөрәктәр.

Рух ныҡлығы бирһен ине

Әйткән изге теләктәр.

Ил именлеген һаҡларға

Улдары алды ҡорал.

Еңеп ҡайтҡан батырҙарын

Ҡаршылар тиҙҙән Урал!

Ризидә ҠӘЙҮМОВА.

Фото: gtrkkursk.ru

Автор:
Читайте нас: