-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
18 Ғинуар 2023, 15:00

Мөнир ВАФИНдан шаярыудиялар

Егет һөйөүе Их бесән сабыуҙары ла,Үткер шул салғылары.Елкендерә шул егеттеңКүҙемә бағыуҙары...........................................Бала көтәм: ҡыҙ булырмы,Әллә ул булыр микән?                       Әсхәр КӘШФУЛЛИН. Егеттәр бесән сабаларБер-бер артлы теҙелеп.Ир-ат затынан булһам да,Береһен һөйәм өҙөлөп.

Мөнир ВАФИНдан шаярыудиялар
Мөнир ВАФИНдан шаярыудиялар

Күңелдә ят хистәр шаша
Күҙемә бағыуыңдан.

«Әйҙә, йөрөп киләйек», – тип,
Ул тарта сабыуымдан.

Хәтфә үләндәр иҙелде –
Теләктәр зәһәр ине.
Зәңгәр сәсәк, зәңгәр томан
Һәм күк тә зәңгәр ине.

Тәбиғәттең мөғжизәһе
Булғас та булыр икән.
Бала көтәм: ҡыҙ булырмы,
Әллә ул булыр микән?!

***

Шиғриәттә булмаһамсы
Юғалыусы хәбәрһеҙ.
            Илдус ФАЗЛЕТДИНОВ.

Шағирҙар саф-саф булһа ла,
Шәптәре һирәк әле.
Юғалыуҙы уйлағансы,
Тыуырға кәрәк әле.

Яттарға тартылыу

Егет саҡта ят ҡыҙ күрһәк,
Артынан саба инек.
         Радик ХӘКИМЙӘНОВ.

Егет саҡта ят ҡыҙ күрһәк,
Артынан саба инек.
Ҡыуып етеп, тиҙ арала
Уртаҡ тел таба инек.

Ят ҡыҙҙар ҙа, үс иткәндәй,
Булдылар быуа-быуа.
Күпме туфли туҙҙы икән
Шуларҙы ҡыуа-ҡыуа.

Аяҡтар ҙа хәлле ине,
Тиҙ баҫтым үксәләргә.
Йәшлек – йәшлек бит инде ул,
Урын юҡ үпкәләргә.

Йылдар үтте. Ҡыҙҙар һаман
Яндан үтә гөлдөрәп.
Инде мин ят әбейҙәргә
Ҡарап ҡалам мөлдөрәп.

Фото: sptatar.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: