+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Ғинуар 2023, 15:00

"ҺӘНӘК"тең көлкө тоғонан

Марат КӘРИМОВ Штат ҡыҫҡартҡанда Тыныс ҡына йәшәгәндәӘй эш артты, эш артты!Үрҙән әмер килеп төштө:– Ҡыҫҡартығыҙ штатты!

"ҺӘНӘК"тең көлкө тоғонан
"ҺӘНӘК"тең көлкө тоғонан

– Ҡыҫҡартырға штатты?–
Исемлекте ҡарай-ҡарай
«Сам» менән «зам» баш ватты.

Фекер итеп ҡаранылар
Тегеләй ҙә, былай ҙа.
– Ҡыҫҡартырға Оҙон Хәйри
Ҡулайын бик ҡулай ҙа...

– Шулайын ул шулай ҙа,
Уңайһыҙ бит, үҙебеҙҙе
Ҡунаҡ итте был айҙа.

Ғәбделхаҡты әйтһәң, ярай,
Һүҙҙәре артыҡ тура.
Вәт бына кем был йәһәттән
Иң шәп кандидатура.

– Бик шәп кандидатура!
Тик иртәгәме, бөгөнмө
Кейәү булырға тора.

Һин күҙ уйнатып ултырған
Секретарь ҡыҙға баҡсы.
Ни енемә кәрәк әле
Ишек төбөнә һаҡсы?

– Ай ул һаҡсы, ул һаҡсы!
Тиҙҙән балаһы тыумаҡсы,
Миңә... килен булмаҡсы.

Һанай торғас, исемлектең
Еттеләр аҙағына.
Туғандарыңды ҡыҫҡартыу
Үҙе бер маҙа ғына.

Маҙамы? Яза ғына.
Әле күпмеһе,
эш һорап,
Ғариза яҙа ғына.

– Ниндәй әмәлен табырға? –
«Сам» менән «зам» баш ватты.
Аҙаҡ береһе әйтеп һалды,
Икенсеһе оҡшатты:

– Ҡыҫҡартмайбыҙ штатты!–
Шул көндән һуң был икәүгә
Икеләтә эш артты.

Көн дә йөрөп, түрәләрҙең
Баштарын ҡатырҙылар.
Эшебеҙ күп тип, өҫтәмә
Вазифа таптырҙылар,
Тамам баш ҡатырҙылар.
Һәм, нәмә тип уйлайһығыҙ,
Штатты... арттырҙылар.

1962, август.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: