+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Ғинуар 2023, 10:00

Һүҙ көсө

Һүҙҙең көсө ай-һай көслө, Бер һүҙҙән үлеп була. Бер һүҙ менән үлеп барған Йәнде терелтеп була.

Һүҙ көсө
Һүҙ көсө

Бер һүҙ етмәй, ҡайсаҡ шунан

Хәл ителә яҙмыштар.

Ысын йөрәктән тамған һүҙҙән

Төҙәләләр яңылыштар.

Бер һүҙ менән ябып була

Ғәйбәтсенең ауыҙын.

Бер һүҙ өсөн йәш түгәһең

Ҡалып ҡайсаҡ яңғыҙың.

Бер һүҙ, бары бер һүҙ генә

Көткән саҡтар аҙ түгел.

Наҙлы, йылы шул бер һүҙҙән

Яҡтырып китә күңел.

Һүҙҙең көсө ай-һай көслө

Уҡҡа тиңләйҙәр һүҙҙе.

Бер һүҙ ҡайсак терелтә лә

Үлтерә лә ул беҙҙе.

Гөлара ШӘРИПОВА.

 

Фото: kaipf.ru

Автор:
Читайте нас: