+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Ғинуар 2023, 09:00

АТАҠАЙЫМ ТЫШТА ҠАРҘАР КӨРӘЙ...

Зөлфиә ХАННАНОВААтаҡайым тышта ҡарҙар көрәй,Ауыр һелтәп еңел көрәген.Йыш-йыш туҡтап юлға ҡарап ала -Кемдәрҙелер көтә, күрәһең.

АТАҠАЙЫМ ТЫШТА ҠАРҘАР КӨРӘЙ...
АТАҠАЙЫМ ТЫШТА ҠАРҘАР КӨРӘЙ...

Көтәлер шул, ә бит был һуҡмаҡтан
Беҙ, биш бала, сығып киткәнбеҙ.
Көткәнеңде белеп, яндарыңа
Ҡайтып төшһә икән бөтәбеҙ.

Ҡунаҡ ҡына булып ҡайтыуҙары,
Ах, һиҙәлер атай йөрәге:
Моңһоулана бара ҡараштары,
Һүлпәнәйә бара көрәге.

Барыбыҙ ҙа ерҙә ҡунаҡ ҡына -
Уҙмаҫ, тимә, уҙыр ғүмерҙәр.
Бер көн килеп беҙҙең йорт һуҡмағын
Кем таҙартыр икән, кем көрәр?

Тыуған тупраҡ беҙгә рәнйер әле,
Тыуған ауыл хаҡлы үпкәләр.
Бәһлеүәндәй ике ағайым бар,
Барыбыҙ ҙа ниңә ситтәләр.

Ә атайым тышта ҡарҙар көрәй,
Һаҡланмай ҙа ҡышҡы һалҡындан.
Күҙҙәренән йәштәр тамды микән -
Ынйы һаҡалында боҙ туңған.

Фото: club.foto.ru

Автор:
Читайте нас: