+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
31 Ғинуар 2023, 09:00

Буран

Өйөрөлөп-бөтөрөлөп  буран дулай, улай, Әйтерһең дә бар донъяны ул үҙгәртергә уйлай. Йә килтереп бәрә шәрә ишектәргә, Йә кермәксе була йыртыҡ-тишектәргә.

Буран
Буран

Йәки йүгереп үтеп урам саттарынан

Атланып сапҡандай саптар аттарында,

Елдәргә эйәреп бөтөрөлөп ҡырҙа,

Унан тынып ҡала төшөп соҡорҙарға.

 

Бөтөрөлә нисек...гүйә бар донъяға

Ул ғына хужа кеүек...күрсе ни ҡылана?

Беҙҙең ғүмерҙәр ҙә шул бурандарҙай

Бөтөрөлөп саба һаман алға табан.

 

Йәшнәп үткән йәшлек, ҡырҙағы бурандай,

Ҡалдылар шул артта соҡорҙа тынғандай.

Ә урамда буран бөтөрөлә-дулай,

Минең күңелем дә шул бурандай тынмай.

 

Гөлсинә ШАКИРОВА.

Фото: belizv-tat.ru

Автор:
Читайте нас: