-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
31 Ғинуар 2023, 14:00

Шаярыудиялар

Мөнир ВАФИН Кишер япрағыКилмәйһең... Яратмайһыңдыр...Их, һин, кишер япрағы!. . . . . . . . . . . . . . . . . .Һин генә, кишер япрағым,Талап итәһең күпте.                      Ләйсән ҒАТАУЛЛИНА. Айыу – бабай әкиәтенИҫкә төшөрәйек тағын:Уртаҡ ултыртҡан шалҡандыңАйыу алған япрағын. Һин дә нәҡ шул айыу кеүекКире юлдан бараһың.Һабағына ҡарама һин,Тамырына ҡара һин.

Шаярыудиялар
Шаярыудиялар

Ни иҫерек, ни айныҡ

Үҙем кәрәк уға – нисек бармын,
Иҫерек тә түгел, айныҡ та.
                     Риф ӘХМӘҘИЕВ.

Мин иҫерек тә түгелмен,
Һәм айныҡ та түгелмен.
Аяғымда төҙ торһам да,
Сәрхүш минең күңелем.

Һис кемгә теймәҫ байлыҡ.
Һин булғанға мин һәр ваҡыт
Ни иҫерек, ни айныҡ.

Егетлек ауырыуы

Йәш ваҡытта һөйөү – тәбиғи хәл,
Көҙөң еткәс һөйөү – егетлек!

                                Риф МИФТАХОВ.

Йәш ваҡытта һөйөүҙәрҙең
Бирҙем генә кәрәген.
Һөйөү, һөйөү, тиеп типте
Һис баш бирмәҫ йөрәгем.

Көҙҙәр етте. Ғәҙәт шул уҡ,
Күңелдә һаман этлек.
Ауырыуым аҙып-аҙа –

Миндә хроник егетлек.

Аптырайҙар

Аптырайҙар һаман үлмәгәнгә,
Аптырайҙар аҡыл кермәгәнгә.
                    Мөхәммәт ЗАКИРОВ.

Аптырайҙар яңы кейем кейһәм,
Эшкә керҙем, эшләп йөрөйөм тиһәм.
Бот сабалар мине күргән һайын:

«Һаман иҫән, ҡәһәр, һаман иҫән!»
Аптырайҙар, шундай аптырайҙар,
Бер нисә көн хатта айныҡ йөрөһәм.
Аптырарҙар улар тамуҡтарҙа
Ожмахтарға бер саҡ барып керһәм.

Бәрәс алыу өсөн тырышыу

Йылы йәйҙә һиндә тәкә көттөм,
Ә ҡыштарын һарыҡ ҡараштым.
Йөҙ һарыҡтан йөҙ ҙә илле бәрәс
Алыр өсөн күпме т
ырыштым.
                               Рамай ҠАҺИР.

Йөҙ һарыҡтан йөҙ ҙә илле бәрәс
Алыр өсөн күпме тырыштым.
Үҙ “хеҙмәт”ен үтәмәгән өсөн
Тәкәләрен тотоп ороштом.


Бәрәстәре менән һарыҡтарым
Бә-элдәшеп үтә, көлөшөп.
Йөҙ ҙә илле бәрәс табышыуҙа
Минең дә бар сөнки өлөшөм.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: