+17 °С
Облачно
Шиғырҙар
4 Февраля 2023, 05:00

ИРТӘНГЕ АҘАН

Ауыл йоҡлай, көс-хәл туплай яңы көнгә.Ниҙәр бирер алда ғүмер – мәғлүм кемгә?Кеше белмәй, ләкин өҙмәй өмөт ебен:“Йә Раббыбыҙ, бар донъябыҙ ит Һин имен!”

ИРТӘНГЕ АҘАНИРТӘНГЕ АҘАН
ИРТӘНГЕ АҘАН

Һәм бер аҙҙан моңло аҙан йән тибрәтер,
Хәҡиҡәткә, салихәткә юл күрһәтер
Мөслимдәрҙе, мөьминдәрҙе ҡуйыр сафҡа –
Изгелектәр, игелектәр өсөн һаҡҡа.

Ҡояш ҡалҡыр, сағыу балҡыр көмөш нурҙар,
Тик хаҡ булыр, ихлас булыр ғәмәл, уйҙар.
Раббыбыҙҙың ризалығын итер иғлан
Аҙандарҙан, намаҙҙарҙан һыҙылған таң.

Даян МӘЖИТОВ.

Фото: twitter.com

Автор:
Читайте нас