+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Февраль 2023, 09:00

Быяла

Керпек ҡаҡҡан һайын донъя бүтән: Гүзәл СИТДИҠОВА Һиҙҙермәйсә офоҡ шыуышҡан, Кемдер тыуған, кемдер баҡый киткән, Өмөтһөҙгө өмөт тулышҡан...

Быяла
Быяла

Кире ҡайтмаҫ булып япраҡ осҡан,

“Һөйәм” тигән кемдер йәренә,

Кемдер атҡан дошманына тоҫҡап,

Кемдер тейгән дуҫтың ғәренә...

 

Һөйөнөслө хәбәр килгән кемгә,

Ялғанмаҫтай ептәр ялғанған.

Керпек ҡаҡҡан яйға уттар һүнгән,

Кем алдаған, кемдер алданған...

 

Әле генә ап-аҡ тигәнеңде

Бер һүҙ генә мана ҡараға;

Юғалтыуҙар менән табыштар ҙа

Һыйып тора ошо араға.

 

Керпек ҡаҡҡан мәлгә тиклемгеләр –

Ыуалып та төшкән быяла...

Бер ғүмерҙә беҙ йәшәйбеҙ икән

Секунд һайын яңы донъяла.

Фото: shonkar.com

 

Автор:
Читайте нас: