+20 °С
Облачно
Шиғырҙар
12 Февраля 2023, 09:00

Бөгөн Рәми ҒАРИПОВтың тыуған көнө

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ Рәми шиғырҙары менән Асылған минең телем. Шағир рухы күңелемдә, Һөйәмен әсәм телен.

Бөгөн Рәми ҒАРИПОВтың тыуған көнөБөгөн Рәми ҒАРИПОВтың тыуған көнө
Бөгөн Рәми ҒАРИПОВтың тыуған көнө

Рәми ағайҙың ижадын

Хазинаға тиңләйем.

Уйымда шағир йәшәгән

Замандарҙы иңләйем...

 

Бик иртә атайһыҙ ҡалып,

Күп ауырлыҡтар күргән.

Үгеҙ егеп, ялан аяҡ

Йәштән үк баҫыу һөргән.

 

Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәрен

Дөрөҫ итеп аңлаған.

Наҙан булыу килешмәҫ тип,

Тырышып белем алған.

 

Һынауҙарға бирешмәйсә

Атлаған алға табан.

Ғәҙел, тура һүҙлелеген

Халҡы онотмай һаман.

 

Үткер ҡәләме һәр ваҡыт

Булған уның ҡулында.

Дөрөҫлөктө ярып һалғас,

Күп быуғандар юлын да.

 

Иҫән саҡта ҡәҙер-хөрмәт,

Йылы һүҙ ҙә күрмәгән.

Телем, тип янып йәшәгән,

Башын һис тә эймәгән.

 

Үҙ халҡына мираҫ итеп,

Ҡалдырған күпме әҫәр!

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ,

Исеме мәңге йәшәр!

 

Розалиә НӘШИРУАНОВА.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас