+34 °С
Ясно
Шиғырҙар
21 Февраля 2023, 04:00

Туған телем

ТУҒАН ТЕЛДӘР КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР! Туған телем бишектән үк Күңелемә яҡын тел. Һәр ауазы йәнгә танһыҡ, Һығылмалы, матур тел!

Туған телемТуған телем
Туған телем

Туған телем бисмиллалы,

Доғалы тел, нурлы тел.

Йәншишмәле, Тәфтиләүле –

Бигерәктәр ҙә моңло тел!

 

Туған телем кәрәҙҙәге

Бал шикелле татлы тел.

Ҡөрьән кеүек аңлайышлы,

Дәрәжәле, затлы тел!

 

Туған телем хисле, ғәмле,

Боронғо тел, зирәк тел.

Ер-ҡояштай, һауа-һыуҙай

Милләтемә кәрәк тел!

 

Туған телем ҡалҡан һымаҡ

Башҡортомдо һаҡлау тел.

Мәңге йәш һәм ғорур килеш

Быуаттарға атлар тел!

Фәнәүис ДӘҮЛӘТБАЕВ.

 

Автор:
Читайте нас