+13 °С
Облачно
Шиғырҙар
28 Февраля 2023, 11:00

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм АТНАБАЕВтың тыуыуына  – 95 йыл

Ҡапҡа төбөндә Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас, Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас, Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,Егет килде ҡыҙын оҙатып.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм АТНАБАЕВтың тыуыуына  – 95 йылБашҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм АТНАБАЕВтың тыуыуына  – 95 йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм АТНАБАЕВтың тыуыуына  – 95 йыл

Туҡтанылар ҡапҡа төбөнә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.

Тотоп алды уның биленән...
Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...
"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!" -
Тигән булды ҡыҙый, тик һаман
Егетенә нығыраҡ һыйынды.
Ай нурына донъя ҡойондо.
Һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.

Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -
Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.
Инәм, тиеп тағы уҡталды,
"Аҙға ғына" тағы туҡталды;
Улар һүҙҙе тағы яңыртты,
Ул арала инде таң атты.

Ҡабатлана шулай көн һайын.
Йәшлек тигән нәмә, моғайын,
Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.

Фото: my.mail.ru

Автор:
Читайте нас