+14 °С
Облачно
Шиғырҙар
28 Февраля 2023, 04:00

Февраль

Минира БИКӘНӘСОВА Күҙҙәремде ҡамаштыраАлтындар!Бәй, ялтырай шулай ерҙәЯңы ҡар!

ФевральФевраль
Февраль

Һибелә нур, ҡояш көлә
Һауала,
Һайрай ҡошсоҡ, ҡанат ҡаға,
Ҡыуана!
Тырышһа ла ҡыш китмәҫкә,
Билгеле:
Үтеп бара ғүмеркәйе
Миҙгеле.
Көн бите лә оҙағыраҡ
Йылмая,
Һалҡын ҡыштың ҡараштары
Һағая.
Ер күсәре ауышҡан бит
Яҙҙарға,
Күңелем дә тартылғандай
Наҙҙарға…

Фото: mavink.com

Автор:
Читайте нас