+23 °С
Ясно
Шиғырҙар
2 Марта 2023, 04:00

Март айы

Март айы Яҙҙың беренсе көндәре. Һуңғы буран ҡотора: Ҡар бөртөгө бурап яуа, Тирә-яҡты тултыра.

Март айыМарт айы
Март айы

Бер йылыта, бер һыуыта,

Яуа ла ҡарҙар ирей.

Бер көн болот, бер көн аяҙ,

Төшөнөп кенә булмай.

 

Нурлы ҡояш – яҙ айында,

Уйнап, нурын тарата.

Йылы биреп туңған йәнгә,

Күңел хисен яңырта.

 

Ташҡын һыуҙар ташып аға,

Шартлап боҙҙар ярыла.

Йылға өҫтө тулған боҙға,

Ярға килеп бәрелә.

 

Гөрләүектәр гөрләп уйнай,

Юлын һала үҙенә.

Ҡар аҫтында морон төрткән

Йәшел үлән күренә.

 

Лилиә ХИСАМОВА.

Фото: neizvestniy-geniy.ru

Автор:
Читайте нас