

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
РӘССАМ
Бурап-бурап яуҙы ҡыштың ҡары,
Ҡояш нурын гүйә һеперҙе.
Арып талғанында әсе елдән,
Рәссам көләс сәскә төшөрҙө.
Ҡойоп-ҡойоп яуҙы яҙғы ямғыр,
Күктең төбө гүйә тишелде.
Бумалаһын ҡулға алды рәссам,
Киндеренә йәйғор төшөрҙө.
Һары һағышҡа көҙ һабышҡанда,
Буяуҙарын алып ул йәнә,
Туҡымаһын алып төшөрҙө
Төрлө сәскәләрҙән гөлләмә.
Йәйен генә бер аҙ буталанды,
Төшөнмәне йәне хәсрәтен:
Үҙ хистәрен аңламаҡҡа була
Үҙ-үҙенең яҙҙы портретын.
ӨМӨТ
Ҡайҙалыр күңел төбөндә
Бер ҡыңғырау ҡыңғырай.
Ниндәйҙер өмөт яңғырай,–
Ишетелеүҙе һорай.
Аҡланыуҙы теләй өмөт,
Теләй бойомлашырға,
Ҡайҙалыр ташлыҡ төбөнән
Бөркөм, урғым атырға.
Баҫҡынсылар сиктәр боҙмаҫ,
Ҡалмаҫ ерҙә илбаҫар,
Хәжәт бөтөр, кәрәкмәҫ тә
Бер төрлө лә яубаҫар.
Тарих төпкөлөндә ҡалыр
Мәғәнәһеҙ һуғыштар.
Шартламаҫ туп, сәнсмәҫ һөңгө,
Бәрелешмәҫ ҡылыстар.
Ҡайҙалыр күктең төбөндә
Өмөт бар бәндәләргә,
Кешеләнер кешелек тип,
Килер тип тәүбәләргә.
Яһиллыҡты көс тиергә
Бер кем ауыҙ асалмаҫ,
Йомшаҡ күңел, шәфҡәтлелек
Көсһөҙлөк тип аталмаҫ.
Ҡайҙалыр ер тамуғында
Һүнеп бөтөр осҡондар,
Ғәфү һора минән, Алла,
Тип ялбармаҫ тотҡондар.
Ҡыңғырауҙар теле бер саҡ
Тантаналы һуғырҙар.
Именлектең нурын сәсер
Йән төбөндә йондоҙҙар.
ЮЛ
Изгелектәр иткәнемдә
Яуызлыҡтар көтмәгәйнем.
Хыянаттан күңелемде
Һыуға һалыр итмәгәйнем.
Үс алманым бер кемдән дә, –
Башына таш бырғытманым.
Беткә үсегеп, тунымды
Янған утҡа ырғытманым.
Аҡ сәстәргә үпкәләүҙән
Йолҡманым һис ҡараларын.
Йәрәхәтле кейек кеүек,
Яланым тик яраларым.
Дауам иттем юлымды мин, –
Бәғеремде таш итмәнем.
Яуызлыҡҡа хәтер ҡалып,
Изгелектән ваз кисмәнем.
УТ КҮРШЕ
Һүнгәнеңдә ҡуҙ алырға
Инергә кәрәк күршең,
Онға, тоҙға, кәрәк булһа
Көлгә лә керер кешең!
Янғаныңда күршең тәүҙә
Һыу килтерә йүгертеп.
Күрше түгел йөрөүселәр
Ҡау аҫтына ут төртөп!
Ҡыйығыңдан яҙғаныңда
Ут күршең һыйындырыр.
Дошман көлөр, үсәнеүҙән,
Тештәрен ҡойолдорор.
Ҡойошҡанға ҡыҫыла ул
Ҡойолдороҡ ҡояңҡы,
Ут ҡапҡанда үҙ йортона,
Дуҫым, тигән кейәңке.
Күрше ҡуҙы, күрше уты -
Мөҡәддәс, изге ялҡын!
Күрше хаҡы -Тәңре хаҡы!
Белеп әйткәндер халҡым.
БЕР ҠАТЛЫЛЫҠ
Яраһы япраҡ ярылған,
Сың-сың итә тәңкәһе.
Атаһы япраҡ атылған,
Көлөп тора сәскәһе.
Эсендә сере ҡалмаған
Шарран асыҡ бөрөнөң.
Бәхетенең тантанаһы
Тора күҙгә күренеп.
Ҡатлы-ҡатлы түгел инде –
Ярған япраҡ бер ҡатлы.
Атҡан сәскә шундай алсаҡ,
Һоҡландырғыс шул саҡлы!
Көтмәгәндә күҙ сағылта
Көлөп торған көләслек.
Иҫеп үткән еләҫ елдәй,
Тула йәнгә иләҫлек.
Аңғармаҫтан әллә ниндәй
Тулҡын үтә еңелдән.
Осҡонлатып, күккә сөйөп,
Ялҡын һирпә күҙеңдән!
Шатлыҡ сәскә атҡанында
Йыһан тын алмай тора.
Керпеккә ҡояш элергә
Донъя иламай тора.
Бер ҡатлылыҡ – ниндәй сафлыҡ!
Хистәр хилеүәт кеүек.
Хәлдәр нисек? Гөлдәр кеүек!
Йырлап ебәрәм кеүек
Фото: agideljurn.ru