+9 °С
Ясно
Шиғырҙар
8 Марта 2023, 05:25

Әсәй

Ожмах—әсәләрҙең аяҡ аҫтында,Бәхет — әсәң иҫән булыуҙа.Әсәйеңдең һөйөнөстән генәКүҙҙәренә йәше тулыуҙа.

ӘсәйӘсәй
Әсәй

Ғүмер биргән әсәң, наҙлап ҡына
Балам тиеп сәсең һыйпаһа,
Күҙҙәреңә ҡарап, уйҙарыңа
Риза булып ихлас йылмайһа—

Шул бит ожмах. Йөрәгенә әсә
Бар ғаләмдең нурын йыйнаған.
Һеҙгә генә үҙен бағышлаған,
Күңел наҙын һеҙгә төйнәгән.

Һеҙҙең уңыш— уға йәшәү көсө,
Һеҙҙең ҡайғы— йөрәк һағышы.
Йәнәш һулап, йәшәү мәғәнәһен
Һеҙҙә генә уның табышы.

Тыныс булһын әсә күңелдәре,
Нурҙар ҡунһын әсә йөҙөнә,
Именлектә уҙһын һәр бер көнө,
Йырҙар тулһын күңел түренә.

Наилә Хәмбәлиева.

Фото: gas-kvas.com

Автор:
Читайте нас