+8 °С
Ясно
Шиғырҙар
15 Марта 2023, 04:00

Билсән һәм гөлдәр

Нәсимә ҒАЙСИНАИртә яҙҙа япраҡ ярып,Эй, уңып үҫте билсән.Һөйләй хәбәр шапырынып,Һай, үҙе шундай телсән!

Билсән һәм гөлдәрБилсән һәм гөлдәр
Билсән һәм гөлдәр

Ул икән дә иң шәп үлән,
Ҡоролоҡҡа түҙемле,
Һис бер кемгә эймәй башын,
Бар ерҙә лә үрсемле.

Һеҙ, ти, гөлдәр, үтә нескә,
Елгә лә бөгөләгеҙ,
Һалҡындарҙы күтәрә алмай,
Бик иртә түгеләгеҙ.

Йәйен хужа һыуҙар һипкәс,
Гөлдәре шаулап үҫте.
Сәскә атҡас таждарынан
Иркәләп, һөйөп үпте.

Гөлләмәгә гөл-сәскәһен
Хужа бер йыйып алды,
Өҫтәлдәрҙә матур гөлдәр
Күҙ яуын алып янды.

Нәфис гөлдәр кешеләрҙең
Күңеленә хис өрҙө,
Хуш еҫтәрен таратты ла
Йөрәгенә наҙ үрҙе.

Матур гөлдәр йырҙар булып
Һәр миҙгелдә йәшәне,
Ҡар бөртөгө булып яуып,
Ҡыш та ерен йәмләне.

Үҫте йәйен бейек булып,
Елгә билсән туҙманы,
Тик бер файҙа килтермәне,
Маҡтаныуҙан уҙманы.

 

Автор:
Читайте нас