+3 °С
Облачно
Шиғырҙар
16 Марта 2023, 07:00

Шиғырхана

Руслан СӨЛӘЙМӘНОВ НӘСКЕЙ “Кибеттәрҙән берүк нәскей алма,Һинең өсөн үҙем бәйләрмен”.Ҡатын-ҡыҙҙың һүҙен йығып булмай,Мин ышана торған әҙәммен.

Добавить в предпочтительные источники Google
ШиғырханаШиғырхана
Шиғырхана


Нисәнсе ҡыш хәҙер ялан аяҡ,
Кибеттәргә керһәм − буш сығам.
Тынысланыр өсөн ҡабатлайым:
“Ҡарҙар яуған һайын, бул сыҙам”.

Нисәнсе яҙ хәҙер ялан аяҡ,
Сепейләнеп бөттө аяҡтар.
Тынысланыр өсөн ҡабатлайым:
“Атланырға, ярай, таяҡ бар”.

Нисәнсе йәй хәҙер ялан аяҡ,
Меңләп шырау хәҙер – табанда.
Тынысланыр өсөн ҡабатлайым:
“Һинең хәлең һиңә таманға”.

Нисәнсе көҙ хәҙер ялан аяк,
Кибеттәргә керһәм − буш сығам.
Тынысланыр өсөн ҡабатлайым:
“Ямғыр яуған һайын, бул сыҙам”.

Нәскей көтөп, ғүмер үтеп бара,
Бигерәк һауалыға әйләндем.
Сабырлығым һынһа, көйләй-көйләй,
Үҙ-үҙемә нәскей бәйләрмен.

КАРАНТИНДА БУЛҒАН ХӘЛ

Ҡәһәр вирус. Өйҙә утырталар.
Ҡатын әйтә: “Хәйлә уйлайыҡ”, − ти.
“Рәхәтләнеп Өфө урамында
Бер аҙ ғына һауа һулайыҡ”, − ти.

Сығып киттек. Өфө урамынан
Ҡултыҡлашып китеп барабыҙ.
Көтмәгәндә алда полиция:
“Карантинда ҡайҙа бара(һы)ғыҙ?!”

Минең ҡатын ҡурҡаҡтарҙан түгел,
Уның һүҙе саллы бит гелән.
Ыжламай ҙа әйтеп һалмаһынмы:
“Прогулкала йөрөйөм эт менән”.

Ҡырыҫ майор шунда йылмайҙы ла:
“Штраф һалып булмай улайһа.
Эттәр ике аяҡта йөрөмәҫ ине,
Ошо карантиндар булмаһа”.

БҮЛӘК

Яҙҙың беренсе байрамын
Ҡаршылый барлыҡ ҡыҙҙар.
Егеттән бүләк көтәләр
Вәт улар – оятһыҙҙар.

Бүләк булһа, ҡупшы булһын,
Матур булһын уларға.
Улар өсөн шундай бүләк
Ҡайҙан ғына табырға?

Уйлап-уйлап торҙом да мин
Килдем бер нәтижәгә –
Теләк кенә бүләк итәм
Ҡыҙҙарға, еңгәләргә

Был байрамға минең бүләк –
Теләйем изге теләк:
Юлығыҙҙа һәр ваҡытта
Осраһын “тулы силәк”.

ДИЕТИЧЕСКИЙ ШИҒЫР

Тулыланып киттем әле, дуҫтар,
Күрә ҡалһаң – хайран ҡалырлыҡ.
Минең генә иҫ китмәгән була,
Ултырғысҡа төшә ауырлыҡ.

Яҡшы кеше күп булырға тейеш,
Ҡатын көйләй ләкин зарҙарын:
“Талдар һымаҡ нәҙек кенә инең
Филдәр төҫлө, йәнем, ҡабарҙың”.

“Кем ғәйепле? Мин сәй эсәм тиһәм,
Сәй янына ҡуйҙың бәлешен.
Шундай хәлгә мине еткереүҙә
Һинең дә бит барҙыр өлөшөң?”

“Юҡ, юҡ!!!” – тигән була. Ай хәйләләй.
Хәйләләһен, уға килешә.
Үҙе бит ул, йыуанаймаҫ өсөн,
Кефир эсә көн дә бер шешә.

Мин дә бына, йәйҙәр генә етһен,
Күсәм әле бары ҡыярға.
Йә ҡатыным мине ташлап китер,
Үҙ-үҙеңде кәрәк тыйырға.

Тулыланып киттем әле, дуҫтар,
Күрә ҡалһаң – хайран ҡалырлыҡ.
Һимереүе еңел, ябыҡҡанда
Бирһен инде Хоҙай сабырлыҡ.

 

Автор:
Читайте нас