Алыҫ ерҙә, көслө ут эсендә
Йөрөй беҙҙең ғәзиз балалар.
Эй, Хоҙайым, ишет, ярҙам итсе,
Әсе йәштәр күҙҙән тамалар.
Яугирҙарҙы көтә һөйгәндәре,
Атай, әсәй, көтә туғандар.
Берүк иҫән ҡайтығыҙсы, балам,
Илгә тоғро ҡалған уландар.
Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтерҙек тә,
Ут эсенә инде балалар.
Иламайса түҙеп булһа икән,
Иҫән ҡайтығыҙсы, батырҙар!
Венера МИҢЛЕЙӘРОВА.