+13 °С
Болотло
Ҡолаҡ һалып ҡына торсо бер аҙ:
Еркәйемдә ниндәй тантана!
Яҙғы күктән дә бит ямғыр түгел,
Май ләйсәне булып моң тама.
Нәҡ себештәр инде бәпембәләр,
Ә себештәр - сәскә торғаны,
Түшәп кенә ҡуйҙы Яҙ-кәләшкәй
Яландарға ебәк юрғанын.
Көҙҙән ҡалған алтын келәм ҡайҙа?
Һеңеп кенә бара тупраҡҡа -
Һәр аяһы кескәй шәлкем итеп
Йәш үләнде сөйгән үр яҡҡа.
Фото: vsegda-pomnim.com