+22 °С
Облачно
Шиғырҙар
3 Апреля 2023, 04:00

Республика иртәһе

Ғәлимов СӘЛӘМ Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙәУрал ҡаялары уртаһын,Ап-аҡ ташҡа баҫып ҡарап торҙом Республикамдың мин иртәһен.

Республика иртәһеРеспублика иртәһе
Республика иртәһе

Тын күлдәргә төшкән аҡҡошмо ни:
 Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан.
 Ниндәй йәнле иртә!
 Бына бер саҡ,
 Тау биттәрен солғап яҡтыға,
 Ҡояш сыға башлай, нурҙарына
 Ем-ем итә Урал таштары.
 Иртәнге ел, әкрен генә өрөп,
 һыйпап үтә үлән баштарын...
 Күрәм:
       эшкә тора республикам,
 Һөрән һалды бына гудоктар.
 Эшсе өйҙәр
               ҡояшҡа ҡаратып
 Тәҙрә асты...
 Күҙ ташлайым ҡабат:
                  Иҙел буйлап
 Колхоз ауылдары тартылған.
 Уяналар өйҙәр,
                шау-шыу булып,
 Көтөү сыға әүен артына.
 Терелделәр юлдар.
                   Автобустар
 Ҡыҙ һәм егеттәрҙе тейәгән,
 Баҫыуҙарға бара...
                     Ә арыраҡ,
 Башаҡ тулҡынланған ҡырҙарҙа
 Ҡуҙғалдылар баҫыу караптары,
 Ҡыр күмелә күмәк эш менән.

Фото: resbash.ru

 

Автор:
Читайте нас