+3 °С
Облачно
Шиғырҙар
7 Апреля 2023, 04:00

Гөрләүек

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Аяҡ аҫтарымда гөрләүек,Йәнәш йүгереүе төрләнеп.Ҡыйып үткән була юлымды,Тотоп алыр ине ҡулымды,

Добавить в предпочтительные источники Google
ГөрләүекГөрләүек
Гөрләүек
Мөмкин булһа, әгәр, үрелеп,
Китер ине йәнем һүрелеп...
Гөрләүектән ҡалмай сабырға...
Әллә ниндәй бәхет табырға...

Гөлдөр-гөлдөр генә ҡар һыуы,
Баҫа алыр ине ярһыуым,
Шифа бирер ине тәнемә,
Им булыр ҙа ине йәнемә...

...Ашатлай ҙа сабам артабан,
Мал табам, тип, янған был табан.
Гөрләүекле бынау донъяла,
Гөлдөр уйнатырлыҡ кем ҡала?..
 
Автор:
Читайте нас