+14 °С
Облачно
Шиғырҙар
11 Апреля 2023, 09:00

«Беҙ һеҙҙең менән, туғандар!»

Башҡорт сатиригы һәм юморисы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған Рәсәй Яҙыусылар союзының һәм «Вече» нәшриәтенең «Беҙ һеҙҙең менән, туғандар!» патриотик шиғриәт йыйынтығының исем туйында ҡатнашты.

«Беҙ һеҙҙең менән, туғандар!»«Беҙ һеҙҙең менән, туғандар!»
«Беҙ һеҙҙең менән, туғандар!»

Был милли шиғриәт антологияһына Мар. Сәлимдең шиғырҙары индерелгән, ә урыҫ теленә уларҙы йыйынтыҡты төҙөүселәрҙең береһе – Рәсәй Яҙыусылар союзының Әстерхандағы бүлексәһе етәксеһе, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Юрий Щербаков тәржемә иткән.

Кисәлә илдең иң алыҫ мөйөштәренән килгән авторҙарҙың шиғырҙары яңғыраны. Фронтовик улы, Совет Армияһы офицеры Марсель Сәлимов, ҡыйыу яугирҙәр - легендар генерал Шайморатов вариҫтары тураһында шиғыр уҡып, Рәсәй яҙыусыларын Башҡортостандағы әҙәби-мәҙәни яңылыҡтар менән таныштырҙы, уларға Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында ойоштороласаҡ беренсе «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе хаҡында хәбәр итте. Шағир-сатирик Мәскәү дуҫтарын 22 апрелдә Рәсәй Халыҡтар йортонда үтәсәк «Мин хәҙер иңемдән ҡырҡам...» ижади кисәһенә лә саҡырҙы.

Фото:https://kulturarb.ru/ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас