

“Ҡартлас, әйҙә китәбеҙ”, – ти.
Килгән йәнде алырға.
Иҫәбем нисек булһа ла
Фанилыҡта ҡалырға.
Ниңә алдан әйтмәнең, тим,
Теләгәстәр был ҡәҙәр.
Әҙерләнеп торор инем
Ебәргән булһаң хәбәр.
- Хәбәр күптән бирҙем, – ти был. –
Тик һин генә һиҙмәнең
Үлсәп ҡороу кәрәк ине
Ғүмереңдең бизмәнен.
Тештәрең ҡырып төшөрҙөм,
Хәтереңде бөтөрҙөм.
Һаңғырауланып ҡалғас та,
“Мин йәш әле!” тип йөрөнөң.
Ҡартайғаныңды белгертеп
Ағарттым сәстәреңде.
Баҡый донъяға оҙаттым
Барлыҡ йәштәштәреңде.
Ни әйтергә лә белмәйсә,
Кинәт уянып китһәм,
Ғазраилдың эҙе лә юҡ –
Бары төш кенә икән!
Әле йәшәйбеҙ икән!!!
Фото: ru.pinterest.com