-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Апрель 2023, 11:00

Ҡатын-ҡыҙ бәхете

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ниҙән? Һалынғанмы ул тыуған нигеҙҙән?Алынғанмы үрелеп үрҙән?Тамыр алғанмы әллә ерҙән?

Ҡатын-ҡыҙ бәхете
Ҡатын-ҡыҙ бәхете

Шат  йылмайыу китмәһә йөҙҙә,
Ғаилә усағы һүнмәһә өйҙә,
Һөйөү гөлө кипмәһә көҙҙә,
Бәхет йондоҙо һибелер күҙҙә...

Шул саҡта ҡатын-ҡыҙ бәхетле,
Һөйкөмлө лә ул һәм мөхәббәтле.
Бәхетле иткәнгә рәхмәтле,
Ҡәҙерле, хөрмәтле, мәрхәмәтле.

Бәхет түгел: үрҙәге тәхет,
Һөйөп-һөйөлөп йәшәү ҙур бәхет.
Йәнгә рәхәт, тәнеңә сихәт,
Яҡындарың булһа, һау-сәләмәт.

Бәхетле итмәй матур йөҙөң,
Бәхет тә өҫтәмәй затлы кейем.
Саф аяҙ булһа, күңел күгең,
Тимәк, бик бәхетлеһең һин бөгөн.

Бәхет бит ул: ҡиммәтле бүләк,
Һорап алып булмай уны теләп.
Яныңда булһа ныҡлы терәк,
Бәхетлемен, тиеп тибер йөрәк.


Римма БАЙМЫРҘИНА.

Фото: ВКонтакте

Автор:
Читайте нас: