-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Май 2023, 13:00

Гармунсы егет мәҙәге

Булғандырмы, булмағанмыБер мәҙәк хәлде беләм.Һөйләүсеһе - айныҡ ҡоҙа,Көрмәлмәгәйне теле.Бәйән итте:

Гармунсы егет мәҙәге
Гармунсы егет мәҙәге

Яҙғы кистә
(Йәшлектең сая мәле!)
Күҙ һирпергә һөйгәнемә
Барып ҡайтайым әле.
Алыҫмы ни?!
Ун саҡырым
Мәхмүт ауылы беҙҙән.
Уйнап барған гармунымдың
Телдәре лә саф еҙҙән.
Уралдың иң төпкөлөндә
Ҡыҙҙарҙың бит сибәре.
Шул сибәрҙе бер үбергә
Барып еттем мин бәрей.
Барып еттем,
ғашиҡ иттем,
Инде нисек ҡайтаһы?!
Таң атыуға " башҡа һуҡты "
Айҙың көмөш балтаһы.
Килгән саҡта йәйәү үткән
Саҡрымдар алыҫлашҡан.
Юлы былай шул уҡ кеүек...
Хистәр - буран аҙашҡан.
Хыял атҡа атланғанмын:
Кәләш ҡуйында, имеш.
Аяҡ өҫтө төш күрәмме
Юртаҡлап барған килеш:
Ҡаршыма сыҡты бер шәүлә -
Һунарсы, буғай, үҙе.
Юлы уңғандыр күрәһең,
Ялтырап тора күҙе.
-Сәләм, егет!
Таңға ҡәҙәр
Ҡайҙа йөрөнөң әле?
Әҙәмдәрҙең тәмле төштәр
Күреп йоҡлаған мәле.
Һаулыҡ алманы егетем,
Берәү тәкәббер,имеш.
Туҡта!
Туҡта...
Һаташаммы?
Айыу бит!
... Тере килеш!
Бөттөм малай!
Тән һыуынды...
Ҡурҡыштан гармун тартам.
Айыу килә һул яғымдан,
Юлымды уңға тартам.
Гармун уйнауҙан туҡтаһам
Айыу асыулы ҡарай,
Матурыраҡ көй ишетһә
Ҡул менән башын тарай.
Ихлааас тыңлай!
Саҡ бейемәй...
Урман юлы тар ине
Күрше Әғҙәм күрһә беҙҙе
Биллаһи, уйлар ине:
Ике дуҫ ҡыҙҙар янынан
Уйындан ҡайтып килә.
Кем ышанһын: мин йүләрҙе
Айыу оҙатып килә!
...Ҡул талыуын талды инде
Айыу тиклем айыуҙы
Әүрәтерлек көй йәшәһен!
Башҡа сара табыуҙы
Башыма ла килтермәнем,
Әле булһа ҡот оса.
Өйләндем теге һылыуға
Бына шулай, ҡоҙаса..."
... Ауыҙ йырып тыңлаһам да
Күңелгә ятты хәбәр.
Түкмәй - сәсмәй һөйләп бирҙем,
Арттырманым ҡыл ҡәҙәр.
Йәшәһен батыр егеттәр!
Йәшәһен тальян гармун!
Айыу күңелен арбаған
Әсир иткән, о, йыр - моң!
Әле булһа теге айыу
Һағыналыр ул кисте.
Юрый ғына гармун аҫып
Йөрөп ҡайт әле, ҡусты
Урмандарҙы бер ҡыҙырып,
Ситегеңде туҙҙырып,
Гармуныңды,эх,һыҙҙырып,
Шуҡ ҡоҙанан уҙҙырып.

Минзәлә Шөғәйепова.

Автор:
Читайте нас: