-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Май 2023, 17:00

Эх, йәшлек

Үлергә ятһаң һикереп торорһоң,Шәп музыка ине ул саҡта.Ҡолағына айыу баҫҡандар ҙаҺикерә ине ҡыҙған саҡтарҙа.Эсмайлафтың сихри көйҙәренәХисле ҡыҙҙар күпме иланы.

Эх, йәшлек
Эх, йәшлек

Модерн Токинг көйҙәренә, хоҙай
Моңһоҙҙар ҙа хатта түҙмәне
Күкәй хаҡы, сират баҫып
Һинд киноһын ҡарап үҫтек беҙ...
Тып-тын ҡала кылуб эстәре
Митхун һуҙһа һөйөү телмәрен.
Күңелдәрҙә иң саф хистәр тыуа
Бикһеҙ ине беҙҙең күңелдәр
Төндәр буйы Зуби йырҙарынан
Хыялланды беҙҙең теҙгендәр
Аҡ күлмәген кейеп уйындарға
Сапты беҙҙең дуҫтар йәшлектә.
Саң туҙаны баҫһа, һыуҙар һибеп
Үәт, бейешә инек кылубта
Тик хәтирә булып ҡалды ошо хәлдәр
Рәхмәтебеҙ, үткән йәшлеккә!
...Онотолған гармун моңдарына
Эйәреп ҡасҡан тиле йәшлек тә.

Римма САНЬЯРОВА.

 

Автор:
Читайте нас: