+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Май 2023, 10:00

Муйыл сәскәһе

Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә Бүләк иттең муйыл тәлгәше, Һин ғүмерлек минең һөйгән йәрем, Ә мин мөхәббәтең кәләше...

Муйыл сәскәһе
Муйыл сәскәһе

Гөлләмәле муйыл сәскәһендә

Һөйөүеңдең иң саф хистәре,

Һулымаҫ был сәскә күңелемдә

Хәтерләтеп яҙғы кистәрҙе.

 

Ап-аҡ сәскәләрҙең  хуш еҫтәре

Йәнкәйемә  кереп  уралды,

Мәңгелеккә күңелемдә ҡалып,

Минең хистәремә уранды.

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Фото: stihi.ru

 

Автор:
Читайте нас: