+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
6 Май 2023, 17:15

Шиғырхана

ЯҘ Ҡыҙҙар тунынан арынды,Ер арынды туңынан.Хыялый ғына булырлыҡБыл ҡоштарҙың моңонан. Яҙғы шарлауыҡтар булыпУрғыла хисем йәндә...Нисек түҙә икән йөрәк,Матурлыҡ сисенгәндә?!.

Шиғырхана
Шиғырхана

ЗАМАНСА ШИҒЫР

Йәшәргә кәрәк заманса, –
Алгоритм ҡуйып алға.
Кастингтар, проба үтеп,
Имтихандар биреп балға.

Шундай булһын концептың, –
Иҫкелеккә ҡарап торма.
Харизмаңа тура килһен
Һин һайлаған платформа.

Боронғоға, иҫкелеккә
Йәбешеп ята бары һармаҡ.
Рейтингты юғарыла
Тота алмай ундай формат.

Имиджыңды күрһәтә бел,
Юғарыға уны мендер.
Бының өсөн буклет эшлә,
Реклама бир, үткәр тендер.

Кем замандан артта ҡала,
Нимә тиһең – наҙан инде.
Контент... Грант... Тренд... Кредо... –
Уф-ф!.. Аҡылдан яҙам инде...

Салауат ӘБҮЗӘР.

***

Ишеттем дә бер ишәктең
Ҡысҡырғанын,
Һай, афарин, йырлайһың бик матур, тинем,
Ә ишәгем бит ышанған һүҙҙәремә –
Ҡысҡыра ул инде көн дә
Ҡолағыма яҡын килеп!

***

Иҫәр менән иҫәр булма,
Әйтте башҡорт мәҡәле,
Шул мәлдә һаңрау ҡалырға
Бер кем дә өйрәтмәне...

Лилиә ҺАҠМАР.


ТЕШТӘР ТУРАҺЫНДА МӘҪӘЛ

Тешле булғас, ағайҙың
Эштәре ырай барҙы.
Тик һуңғы күргән төшөн
Изгегә юрай барҙы.

Әйтерһең, тешһеҙ ҡалған,
Барҙары серек булған.
Уларҙы һурҙырырға
Бик күптән кәрәк булған.

Ә ул боҙоҡ тештәрен
Яманы ла яманы.
Бер һыҙлап китмәһенме
Уларҙың иң яманы.

Рәхмәте ошо булған
Һыйлауға тәм-том менән.
Һыҙлауы хатта, ана,
Баҫылмай им-том менән.

(Тештәрен кәнфит менән
Бик күп һыйлаған икән.
Хатта ғәҙеллек йөҙөн
Бик күп ҡыйлаған икән).
Яңы теш кәрәк хәҙер,
Уныһы ла буш түгел.
Ай-һай, әйтһәм хаҡтарын,
Күңелгә һис хуш түгел.

Ағайға тешһеҙ ҡыйын,
Ырамай ҡылған эше.
Арала кәрәк икән
Ынйылай аҡыл теше.

Ябай теш үтмәҫләнә,
Булмаһа аҡыл теше.
Шуға ишара булған
Һуңғы мәл күргән төшө.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.

ЯРАР

Ауылда юл соҡорланған:
Аяҡ бата.
«Цемент бирһәң, эшләр инек –
Ул тиҙ ҡата», –
тине Ғата.
– Ярар.
Үлән сапҡысы боҙолған
Запчасть кәрәк.
«Аҡса бирһәң, алыр инек», –
ти, Мөбәрәк.
– Ярар.
Бер ай үтә, өс ай үтә.
Цемент та юҡ,
Аҡса ла юҡ.
Урамда ла, ҡоҙоҡта ла
Хәлдәр шул уҡ.
Ярар Ярарович, ана,
Ҡайтып килә.
Ҡулда – ҡарар.
Түрәлектән төшөргәндәр,
Ярар, ярар…

ҠОЙРОҠ

Ҡар өҫтөндә
Бүре эҙен
Күреп, төлкө
Ҡойроҡ болғай –
Килә көлкө.

Кабинетҡа
Килеп кереп,
Мин – түрәне,
Йыуаш күреп,
Бер ялағай
Ҡойроҡ болғай.
Көлкө килә –
Сыҙап булмай.

Саҡ тыйылдым
Уны ҡыумай.
Ялағайҙар...
Юҡ, ҡойроҡһоҙ
Улар тыумай.

Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: