+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Май 2023, 14:20

ҘУР ХӘСТӘРЛЕК

Дарыуҙарым бөтөп бара,«Дарыу!» тип тибә йөрәк.Бушҡа рецепт яҙҙырырғаБалнисҡа барыу кәрәк.

ҘУР ХӘСТӘРЛЕК
ҘУР ХӘСТӘРЛЕК
Элек өйҙә яҙҙырам да
Үҙебеҙҙең табиптан,
Ҡатын алып ҡайта ине
Ауылдағы әптектән.
Өфөгә был оҡшаманы,
– Баҫ! – тип биттән үптеләр.
Райбалнисҡа барыуымды
Хатта талап иттеләр.
Йыйналдым да юлға сыҡтым,
Автобус йөрөй әлдә.
Райүҙәккә барып еттем
Аяҡ атламаҫ хәлдә.
Регистратура эргәһе
Күрһәң – һуштан яҙырлыҡ.
Сират еткәнде көтөргә
Кәрәк аттай таҙалыҡ.
Ярай, валидол алғанмын.
Услап ауыҙға ҡаптым.
Сәғәт ярымдан һуң ғына
Тәҙрә аша һүҙ ҡаттым.
Унан – табип кабинеты,
Уның янында сират.
Райондың бар сырхауҙарын
Көтә, ахыры, зыярат.
Инде бында тора торғас,
Төшкө ял килеп етте,
Зарыҡтырған табибыбыҙ
Ашарға ҡайтып китте.
Ә беҙ? Беҙ нимә эшләйек?
Беҙ тотабыҙ ураҙа.
Дарыуы ғына яҙылһын.
Быныһы түгел ҙур ҡаза.
Ниһайәт, бәхет йылмайҙы!
Алдымда – аҡ фәрештә.
Мораҙына етә кеше
Сабыр итһә һәр эштә.
Йөрәктe тыңлап ҡараны,
Үлсәне ҡан баҫымын.
Дарыу исемдәрен яҙҙы –
Һайлап иң-иң осһоҙон.
– Булды! – тиһәм, табип әйтә
Күҙҙе шарҙай астырып:
– Рецептарҙы алыу кәрәк
Компьютерҙа баҫтырып
Уныһында тағы сират.
Юҡ арт терәр урындыҡ.
Тик шулай ҙа рецепт ҡулда,
Инде киттем әптеккә.
Уныһында бер дарыу юҡ,
Йөрөүем булды тәккә.
Ярты төндә ҡайтып ауҙым,
Һай, маладис түрәләр.
Сирлеләр тиҙерәк үлһен тип,
Ҙур хәстәрлек күрәләр.

Рәфғәт РЫСАEВ.
 
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: